Бында улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Мемориаль комплекс 11 октябрҙә - Башҡортостан Республикаһы көнөндә асылғайны. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына, уның күренекле атлыларына һәм Ватанды һаҡлаусыларына арналған. Уның авторы - скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Хербаков. Максим Решетников менән Радий Хәбиров Совет майҙанында эшләй башлаған яңы туристик-мәғлүмәт үҙәгендә лә булды. Унда республиканың туристик маршруттары һәм иҫтәлекле урындары, экскурсиялар, саралар, ҡунаҡханалар тураһында белергә, шулай уҡ сувенирҙар һатып алырға мөмкин.