Башҡортостан шихандарының һәм уның эргә-тирә биләмәһенең үҙенсәлекле тәбиғәт киңлеген үҫешкән туристик инфраструктура менән тәьмин иттеләр. Торатау итәгендә визит-үҙәк төҙөлдө. Киләсәктә бында туристар өсөн этнокомплекс төҙөргә уйлайҙар. Тау башына - баҫҡыс, ә итәгенә бер нисә атлы һәм йәйәүле һуҡмаҡтар һалынған.
Максим Решетников һәм Радий Хәбиров визит-үҙәктә булды, геопаркты һәм өлкән быуын өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» туристик проектын артабан үҫтереү мөмкинлектәре менән танышты. Ул төбәк етәксеһенең башланғысы буйынса 2020 йылдың көҙөндә башланғайны. Проекттың төп маҡсаты – һаулыҡты нығытыу, социаль әүҙемлек осорон арттырыу һәм өлкән быуын кешеләренең ғүмер оҙайлығын арттырыу. Сарала ҡатнашыусылар һаны һәм финанслау күләме йылдан-йыл арта.
Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры һәм республика Башлығы бөгөн шихан итәгендә барған «Ҡышҡы һабантуй» халыҡ байрамында ла ҡатнашты. Улар уҡ атыуҙы һәм «Ауҙарыш» аттарында көрәште күҙәтте. Байрам майҙанында халыҡ кәсептәре һәм фермер продукцияһы йәрминкәһе, милли ижади коллективтарҙың сығыштары ойошторолдо.
Фото: Т. АМАНОВ.