Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 07:37

Һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәһенә Шайморатов ордены тапшырылды

Республика Башлығы Радий Хәбиров Илеш районында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашып, уларҙың ата-әсәһенең ҡайғыһын уртаҡлашты.

Һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәһенә Шайморатов ордены тапшырылды
Һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәһенә Шайморатов ордены тапшырылды

– Һеҙ үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған ысын ир-егеттәр, илһөйәрҙәр, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең өс ирекле батальон, мобилизацияланған егеттәр һәм контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр һуғышҡанын беләһегеҙ. Төп бурысыбыҙ – уларға ярҙам итеү, даими хәстәрлек күреү һәм ғаиләһен иғтибар үҙәгендә тотоу, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы һәләк булғандарҙың ата-әсәләренә республика кардиология үҙәгендә махсус дауалау программалары әҙерләнгән дауалау һәм реабилитациялау курсын үтергә тәҡдим итте.

–Һеҙ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, улар транспорт бүләсәк. Һеҙгә мотлаҡ сәләмәтлегегеҙҙе нығытырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Улдарығыҙҙы һәм ирҙәрҙе кире ҡайтарып булмай. Әммә артабан йәшәргә кәрәк. Муниципалитет хакимиәттәре һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән бәйләнештә булырға һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә тейеш.

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә улдары батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн үлгәндән һуң Шайморатов орденын тапшырҙы.

Район хакимиәте һәм ауыл советы яғынан даими хәстәрлек тоябыҙ, ти  һәләк булған яугирҙарҙың әсәйҙәре.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: