Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 21:35

Иҡтисад үҫеш министрлығы Башҡортостанда йөк ташыу өсөн пилотһыҙ аппараттар индереү проектын хупланы

Башҡортостан Республикаһы тәжрибә хоҡуҡи режим урынлаштырыу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала.

Иҡтисад үҫеш министрлығы Башҡортостанда йөк ташыу өсөн пилотһыҙ аппараттар индереү проектын хупланы
Иҡтисад үҫеш министрлығы Башҡортостанда йөк ташыу өсөн пилотһыҙ аппараттар индереү проектын хупланы

Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеш министрлығы «Башҡортостан Республикаһының стратегик асыштар үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының һәм бер төркөм компанияларҙың Башҡортостан Республикаһында пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса эксперименталь хоҡуҡи режим булдырыу тураһында инициативаһын ҡараны һәм хупланы. Был хаҡта республикаға эш сәфәре барышында Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеш министры Максим Решетников хәбәр итте. Пилотһыҙ аппараттар йөк ташыуҙа, аэрофототөшөрөү үткәреүҙә ҡатнаша, шулай уҡ ауыл хужалығында ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн авиахимия эштәрен башҡара аласаҡ. «Был тәжрибә хоҡуҡи режим Томскиҙа, Камчатка крайында, Ханты-Манси автономиялы округында, Ямал-Ненец автономиялы округында, Чукоткала урынлаштырылғандарҙан ныҡ ҡына айырыла. Тимәк, пилотһыҙ аппараттар йөк ташыуға өҫтәмә рәүештә ауыл һәм урман хужалығында, шул иҫәптән янғындарға һәм урманды законһыҙ ҡырҡыуға ҡаршы көрәштә ярҙам итәсәк. Был турала фекер алышыу ҙа ойошторолдо, —тип белдерҙе Максим Решетников. 

 

Фото:Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: