Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля 2023, 10:00

«Был изге йолаға әүерелеүе ихтимал»

Рәсәйҙә мәктәптәрҙең оло юбилейҙарын федераль кимәлдә билдәләргә тәҡдим ителә. Мәғариф министры Сергей Кравцов Бөтә Рәсәй эксперт педагогия советы ултырышында ошондай тәҡдим  менән сығыш яһаны.

«Был изге йолаға  әүерелеүе ихтимал»«Был изге йолаға  әүерелеүе ихтимал»
«Был изге йолаға әүерелеүе ихтимал»

«Илебеҙҙә быйыл 100 һәм унан күберәк йыл тулған мәктәптәр бар. Уҡытыусы һәм остаз йылында педагогия коллективын һәм был мәктәптәге уҡыусыларҙы юбилей датаһы менән ҡотлау айырыуса мөһим. Был изге йолаға  әүерелеүе ихтимал», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас