Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 20:19

Башҡортостан - туристарҙы йәлеп итеү буйынса алдынғы урында

Ишембай районының «Шишки» этнокомплексында Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеш министры Максим Решетников менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың туристик индустрия вәкилдәре менән осрашты.

Башҡортостан -  туристарҙы йәлеп итеү буйынса алдынғы урында
Башҡортостан - туристарҙы йәлеп итеү буйынса алдынғы урында

Көн тәртибендә биләмәләрҙең йәлеп итеүсәнлеген арттырыу һәм тармаҡ проекттарына ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыуҙа республика Хөкүмәте ағзалары, йүнәлешле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, үҫеш институты эксперттары һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Рәсәй Иҡтисад үҫеш министрлығы башлығы билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан туристик инфраструктураны үҫтереү һәм туристарҙы йәлеп итеү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй.

Министр 2023 йылдан Рәсәйҙә ҡунаҡхана бизнесын үҫтереүҙе дәртләндереүҙең яңы саралары ғәмәлдә булыуы хаҡында һөйләне. 2023-2024 йылдарҙа модулле отелдәрҙе яҡлау программаһына 8 миллиард һум йүнәлтелә, шулай уҡ ҡунаҡханалар төҙөү өсөн займдар буйынса процент ставкаларын субсидиялау башлана. Бынан тыш, туроператорҙар эшмәкәрлеген өҫтәлгән ҡиммәткә һалымдан бушатырға ниәтләйҙәр.

- Башҡортостанда отелдәрҙең тәьмин ителеше тотороҡло юғары кимәлдә. Был номер фондын артабан төҙөү өсөн яҡшы потенциал, - тине Максим Решетников. - Ошо йәһәттән ярҙам күрһәтеүгә заявкаларығыҙҙы көтәбеҙ.

Республика башлығы үҙ сығышында туризм тармағын комплекслы үҫтереү өсөн көс һалынған эштең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: