– Туризмды үҫтереү хаҡында бөгөн ентекле һөйләнек. Үкенескә күрә, Башҡортостан халыҡ араһында бер ҡасан да ысын туристик урын булмаған. Әммә беҙ быны үҙгәртеү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Төбәк һал менән ағыу, шифаханалар менән ассоциацияланды. Әммә мөмкинлектәр күпкә киңерәк. Беҙҙең ҡеүәтебеҙ ҙур: бай тәбиғәт, ҡыҙыҡлы геологик объекттар, мәҙәни, тарихи, археологик мираҫыбыҙ.
Әле беҙ үҫеш осоронда, әммә 5-6 йылдан республика ил халҡы һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар өсөн ныҡлы, күркәм туристик төбәккә әүерелер, тип ышанам. Федераль хеҙмәттәштәр беҙгә инфраструктура булдырыуҙа ныҡ ярҙам итә, тармаҡҡа ярҙам итеү буйынса төбәк программаларын да үҫтерәсәкбеҙ. Максим Геннадьевичҡа республикабыҙға иғтибары һәм Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән команданы юғары баһалауы өсөн рәхмәт белдерәм, – ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.