Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2023, 17:00

Бөгөн - Фәндә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙар көнө

Был үҙенсәлекле байрам 2016 йылдан алып билдәләнә.

Бөгөн - Фәндә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙар көнө
Бөгөн - Фәндә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙар көнө

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡатын-ҡыҙҙары менән ғорурлана! Уларҙың ҡайһы берҙәре  тәүгеләрҙән булып беҙҙең республикала фәнни асыш та яһаны.Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар инновацион һәм новаторлыҡ тикшеренеүҙәренә әүҙем етәкселек итә. Улар йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар яһай һәм тауыш кәртәләрен еңеп сыға, йыһанды тикшерә һәм ДНК структураһын аңлау өсөн нигеҙ һала.

Өфө фән һәм технологиялар университетында беҙҙең республикала тәүгеләрҙән булып фәнни асыш яһаған ҡатын-ҡыҙҙар күп. Мәҫәлән, тарих музейында Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы Садиҡова тураһында бик күп документтар һаҡлана (1919-1985 йылдар). Ул - совет археологы, тарих фәндәр кандидаты (1965). Хәҙерге башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Тәүге башҡорт профессиональ ҡатын-ҡыҙы-археолог. Тиҫтәләгән фәнни хеҙмәт авторы. 1938-1942 йылдарҙа уҡый, ә 1947-1952 йылдарҙа Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй.

Улар араһында танылған Вера Сергеевна Синенко ла бар: профессор, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ул филология факультетында «Рус совет әҙәбиәте тарихы» кафедраһын (һуңыраҡ «ХХ быуат рус әҙәбиәте тарихы») ойошторған һәм 1974-1992 йылдарҙа уны етәкләгән. Уның етәкселегендә 14 кеше диссертация яҡлаған, уларҙың 13-ө - кандидат, 1-е - доктор. 145 фәнни хеҙмәт баҫтырып сығарған. Юғары профессиональ белгес булараҡ Вера Сергеевна 1980 йылда Американың Көнбайыш Вирджиния университетына саҡырыла.
Һанап китһәк, улар бик күп.  Донъяға фән кәрәк бит, ә фәнгә ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк, ғалим ҡатын-ҡыҙҙар ҙа донъяны үҙгәртә ала. Уларҙың инновацион асыштары тикшеренеүҙәрҙең сиктәрен киңәйтә һәм фәнни фекерләүҙең яңы йүнәлештәрен булдырыуға булышлыҡ итә.

 

 Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: