Иң беренсе һүҙҙе Шәрифйән Шәкирйән улының хәләл ефете Шәмсинур Сәйетоваға алды. Ул тормош иптәшенең гармунда уйнауы, үҙенең бейеүен һөйләп кенә ҡалманы, бейеп тә күрһәтте.
Унан ҡыҙыу гармунсылар ярышы башланды. Бәйгене ҡарарға килеүселәр гармун моңона ҡушылып, йырлашып, йәшлек йылдарына ҡайтып ураны.
Шулай итеп, һөҙөмтәләр ҙә билдәле булды. Матрай ауылынан Хәбир Маннанов беренсе урынды алды. Икенсе урында – Һынташ ауылынан Барый Мараканов, өсөнсө урында – Матрай ауылынан – Мирғәли Солтанов. Гран-приға Юлдыбай ауылы ҡыҙы Гүзәл Аптикаева лайыҡ булды.
Номинациялар түбәндәгесә билдәләнде:
Иң йәш бәйгесе Арыҫлан – «Открытие года»,
Азат Билалов – «Первый парень в деревне»,
Наталья Серебрякова – "Гармонист самородок",
Дәүләткилде Рәмов – "За душевную гармонь",
Рәшит Заһитов –" За верность гармони",
Радик Ғиндуллин – "Зрительская симпатия".
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәрифйән Сәйетов иҫтәлегенә бәйгелә әүҙем ҡатнашҡандарға грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Фото: Т. АМАНОВ.