Баш ҡалабыҙҙың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Шаляпин залында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Унда театрҙың директоры Ильмар Әлмөхәмәтов, театрҙың художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, Шаляпин төбәк-ара үҙәгенең Өфө бүлексәһе етәксеһе Елена Замрий, БР федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниев ҡатнашты.
Федор Шаляпиндың 150 йыллығы уңайынан саралар бөгөн старт алды. Уның тыуған көнөндә 13 февралдә һәйкәленә сәскә һалынасаҡ. Милли музейҙа «Шаляпин Өфөлә. Бөйөк дебюттың тарихы» тигән күргәҙмә асылыу көтөлә. Ошо уҡ көндө кискеһен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Уның бөйөклөгө – бас» тигән гала-концерт үтәсәк. Бында бөйөк шәхесте иҫкә алырға театрҙың бөтә бастары һәм саҡырылған артистар сығасаҡ. Концертта ҡатнашыусылар уның тембрына тәғәйенләнгән әҫәрҙәр, Шаляпин өсөн махсус яҙылған операларҙан өҙөктәр башҡарасаҡ.
Унан, планға ярашлы, «Хованщина» операһының премьераһы көтөлә. Уны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының опера студияһы ҡуясаҡ.
Ә март айында «Шаляпин уҡыуҙары» үтһә, апрель айына йәш вокалистар араһында Федор Шаляпин исемендәге «Дебют» асыҡ ҡала конкурсы, «Шаляпин. Музыка.Театр» художество балалар конкурсы, Вера Тиманова исемендәге Бөтә Рәсәй йәш пианистар конкурстары көтөлә. Июндә «Шишмә» балалар әҙәби конкурсы, шулай уҡ Өфө балалар филармонияһының Шаляпин күргәҙмә залында бер төркөм саралар үткәреләсәк.
Шаляпин төбәк-ара үҙәгенең Өфө бүлексәһе «Өфөлә Шаляпин» исемле юбилей календарын сығарҙы, унда 1890-1891 йылдарҙа Ф.И. Шаляпиндың ҡалабыҙға сәфәренең сағыу ваҡиғалары сағылдырылған. Республиканың алдынғы ижади коллективтары ла юбилей концерттары әҙерләйәсәк, А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы документаль фильм күрһәтәсәк.
Фото: Т. АМАНОВ.