Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраля 2023, 08:04

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының яңы уҡыу корпусы асылды

Ул Дим районында урынлашҡан.

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының яңы уҡыу корпусы асылдыӨфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының яңы уҡыу корпусы асылды
Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының яңы уҡыу корпусы асылды

Һөнәри белем биреү ойошмаларын модернизациялау республика программаһы сиктәрендә 1976 йылғы бинаның капиталь ремонтына 56 миллион һум йүнәлтелгәйне. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә унда тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған, ҡыйығы, тәҙрәләре, инженер селтәрҙәре яңыртылған. Әле был корпуста 830 студент белем ала. Улар буласаҡ ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр. Киләһе өс йылда ла колледждың матди-техник базаһын нығытыу буйынса эш дауам итә. Бында махсус йыһазландырылған стадион асыу ҡарала.

- Өфө колледжында киң талап ителгән һөнәрҙәр һәм специальностәр бар, бында юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләнә. Генерал Горбатов урамында урынлашҡан уҡыу корпусы, заманса материаль-техник база Башҡортостан Башлығының, Хөкүмәттең ярҙамы менән федераль проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә асылды. Корпуста капиталь ремонт эшләнгәндән һуң «Янғын хәүефһеҙлеге» һәм «Ҡотҡарыу эштәре» йүнәлештәре буйынса заманса оҫтаханалар булдырылды, - тип белдерҙе БР мәғариф миинистры Айбулат Хажин.

Башҡортостанда 2022 йылда 11 урта уҡыу йортона корпустарҙы һәм ятаҡтарҙы ремонтлауға 463,1 миллион һум аҡса бүленгән. Медицина колледжының филиалдарын асыуға республика бюджетынан 57 млн бүленгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас