Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 16:04

Байрам маркаһы почта әйләнешенә сыҡты

Ул бөйөк опера йырсыһы  Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған.  

Байрам маркаһы почта әйләнешенә сыҡты
Байрам маркаһы почта әйләнешенә сыҡты

Почта блогы үҙе грампластинка формаһында эшләнгән, уртаһында –  күренекле опера йырсыһының портреты төшөрөлгән марка. Уның ситтәрендә – Мефистофель, Борис Годунов һәм Базилио образдары, улар – артистың төрлө ваҡытта башҡарған ролдәре. Шулай уҡ бында йырсының автографы һәм театр шаршауы төшөрөлгән.

Баш ҡалабыҙҙың Ленин урамы, 28-се йорт адресы буйынса урынлашҡан почта бүлексәһенә ошондай почта блоктары килгән дә инде. Бөгөн 10 февралдә киске сәғәт 10-ға тиклем ошо уҡ бүлектә һәр теләүсе мисәт һуға ала, унан һуң мисәт әйләнештән алынасаҡ.

«Өфөлә бөйөк йырсының юбилейын байрам итеү ошо датаға сығарылған почта продукцияһын тантаналы мисәтләүҙән башланыуы ҡыуаныслы», - тип билдәләне Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ленард. Шафиҡов.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мисәт һуғыу тантанаһы үтте. Сарала театрҙың художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов, Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе рәйесе Елена Замрий һәм Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ленард Шафиҡов ҡатнашты.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: