Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 21:51

Башҡортостан балалар тауарҙарының милли символикаһы булдырыласаҡ

Балалар тауарҙарын етештереүҙе үҫтереүгә арналған кәңәшмә уҙҙы.

Башҡортостан балалар тауарҙарының милли символикаһы булдырыласаҡ
Башҡортостан балалар тауарҙарының милли символикаһы булдырыласаҡ

Башҡортостанда башҡорт балалар тауарҙары индустрияһы символикаһы өҫтөндә эшләй башлаясаҡтар. Был хаҡта балалар тауарҙарын етештереүҙе үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне.

— Балалар тауарҙары индустрияһы беҙҙең өсөн мөһим тармаҡ, республика үҫтерергә ниәтләй. 2022 йылдың октябрендә беҙ Башҡортостан Хөкүмәте һәм Балалар тауарҙары индустрияһы ассоциацияһы араһында килешеү төҙөнөк. Декабрҙә индустрияны үҫтереү буйынса юл картаһы булдырҙыҡ, сәнәғәт предприятиелары реестрын әҙерләйбеҙ. Әле унда 84 ойошма индерелде, — тине Александр Шельдяев.

Төбәк компаниялары спорт һәм уйын, уҡытыу ҡорамалдары, балалар өсөн гигиена саралары, дарыуҙар, реабилитация саралары етештерә, шул иҫәптән протездар, балалар йыһаздары, кейем-һалым, китаптар, пособиелар һәм йәнһүрәттәр. Балалар тауарҙары производствоһы республикала етештерелгән продукцияның дөйөм күләменән 0,0001 процент тәшкил итә. Рәсәй уйын һәм уйынсыҡтар етештереү баҙары күләме 198 миллиард һумға иҫәпләнә, Башҡортостан өлөшө 1,5 миллиард йәки 0,7 процент тәшкил итә. 

— Бер ярым миллиард - был башланғыс, беҙ уның үҫеш динамикаһын өйрәнәсәкбеҙ. Беҙҙең команда һуңғы айҙарҙа бик күп эш атҡарҙы. Артабан төп тауарҙар буйынса компанияларҙың исемлеген төҙөргә. Һәр етештереүсе мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм ял үҙәктәренә үҙенең тауарҙарын тәҡдим итә аласаҡ, — тип тәҡдим итте Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу советы ағазаһы Антонина Цицулина.

Кәңәшмә һуңында артабан башҡорт балалар тауарҙары индустрияһы символикаһын булдырыу, етештереү күләмен арттырыу ҡарар ителде.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: