Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2023, 22:13

Һатып алыуҙар

Башҡортостан Республикаһының Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты 2022 йылдың икенсе яртыһында алты сауҙа майҙансығы менән килешеү төҙөгән.

Һатып алыуҙар
Һатып алыуҙар

Уларҙа һатып алыуҙарҙа ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Хеҙмәттәшлек барышында уртаҡ уҡытыу семинарҙары, кәңәшмә һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк. 

– Дәүләт комитетының электрон сауҙа майҙансыҡтары менән хеҙмәттәшлек итеүе һатып алыуҙарға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Был республикаға билдәле спикерҙарҙы саҡырасаҡбыҙ, - ти комитет рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

Килешеүҙәр киләһе компаниялар менән төҙөлгән: ТП «Росэлторг» (АО «ЕЭТП»); ЭП АО «Сбербанк-АСТ»; ЭТП «Регион»; ООО ЭТП ГПБ; ЭТП «РАД»; ООО «РТС-тендер».

16 февралдә иртәнге сәғәт ун берҙә «Регион» ойошмаһы менән берлектә «Не можете найти подходящую закупку? Частые ошибки поставщика. Не приняли заявку на участие в закупке? Разбираем причины» бушлай уҡытыу вебинары үткәреләсәк. Теркәлеү киләһе һылтанма буйынса: Webinar 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: