Конкурстың маҡсаты: үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ғаиләнең, туған телдәрҙең, милли традицияларҙың ролен асыу, шулай уҡ коллектив ижади эшмәкәрлек аша ғаилә тәрбиәһенең сифатын күтәреү.
Бында балалар һәм ата-әсәләрҙән торған ғаилә командалары ҡатнаша ала. Ғаризалар 31 мартҡа тиклем бара.
Ҡатнашыу өсөн бер нисә категория һайлай алаһығыҙ. Уларҙың һәр береһенә өс видеоролик ебәрергә мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәт карточкаларҙа һәм конкурстың положениеларында.
Еңеүселәр һәм призёрҙар 1 июндә бүләкләнәсәк.
Һорауҙарҙы ошо электрон почта буйынса [email protected] бирергә мөмкин.