Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 17:00

Ҡышҡы этюд

Ҡыш түшәне тауҙарымаЙомшаҡ мамыҡ юрғанын ...   #Йәшлек #ЮлайКәримовфотоһы.

Ҡышҡы этюд
Ҡышҡы этюд

Ҡыш түшәне тауҙарыма
Йомшаҡ мамыҡ юрғанын .
Мин таң ҡалып ҡыҙырып барам
Күк Ирәндек урманын .
Үҙем өҙәм баландарҙың
Ҡуҙҙай янып торғанын .
Миләштәр миңә үрелеп
Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙар .
Ҡыҙыл тәлгәш болғайҙар ҙа
Ниндәйҙер көй йырлайҙар .
Улар көйөнә ҡушыла
Урманда бар турғайҙар .
Эй , тәбиғәт ,бер ҡараһаң ,
Тылсымлы һинең эшең ,
Ҡыш та ҡоштар һайратаһың,
Балҡытаһың емешең .
Мәңге дәртле ,мәңге йәш бит
Һинең йөрәк тибешең .

 Абдулхаҡ Игебаев.

 

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: