Ниндәй генәләре юҡ! Күҙҙең яуын алырлыҡ мәрйендән теҙеп эшләнгән биҙәүестәр, селтәр, түшелдерек, алмиҙеү, ҡашмауҙар тиһеңме, башҡорт орнаменттары төшөрөп, йөндән һуғылған быйма баштары... Төрлө төҫтәрҙә зауыҡ менән бәйләнгән палантиндар, шәлдәр, ултырғыс япмалары, сәйлән менән сигеп эшләнгән әйберҙәр, ҡорған юрғандар. Оҫта инәйҙең күҙ нурҙарын түгеп, күңел йылыһы һалып эшләгән эштәренә һоҡланмай мөмкин түгел. Уның ҡул эштәре менән биҙәлгән өйөнән дә йәм һәм нур бөркөлөп тора.
Фото: Т. АМАНОВ.