Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 17:17

Уҡыусылар ҡатнашырға саҡырыла

Республикабыҙҙың I – IX класс уҡыусылары Учи.ру онлайн-платформаһында экология һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша ала.

Уҡыусылар ҡатнашырға саҡырыла
Уҡыусылар ҡатнашырға саҡырыла

Ул 31 ғинуарҙан 27 февралгә тиклем дауам итәсәк. Конкурс эштәре ҡатнашыусылар экологик фекерләүҙе үҫтерһен һәм ошо тема буйынса аң даирәһен киңәйтһен өсөн төҙөлгән. Мәҫәлән, уҡыусылар планетаның киләсәген нисек һаҡларға, хәүефле ҡалдыҡтар менән нисек эш итергә, урмандарҙы янғындан нисек һаҡларға кәрәклеген беләсәк.

Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәлегеҙ: http://ecomir.uchi.ru

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: