– Беҙ республиканың төбәктәрҙе фәнни-технологик үҫтереүҙең милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инеүе менән ғорурланабыҙ. Был ғилми берләшмәбеҙҙең һәм идара итеү командаһының бик мөһим дөйөм ҡаҙанышы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Фән һәм технологиялар ун йыллығы ғалимдарыбыҙҙың, тикшеренеүселәрҙең, юғары мәктәп уҡытыусыларының үҙ һәләттәрен үҫтереү, университет һәм академияларҙың ғилми коллективтары эшмәкәрлеген күтәреү һәм популярлаштырыу, йәштәр өсөн уларҙың йәлеп итеүсәнлеген күтәреү өсөн киң мөмкинлектәр аса.
Индустриаль партнерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә өлгәшелгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге уңыштары Башҡортостандың конкурентлыҡ һәләтен нығытыуға, дөйөм алғанда, илебеҙҙең иҡтисадын үҫтереүгә хеҙмәт итә. Евразия ғилми-етештереү үҙәгендә «Киләсәк моторҙары» 30 алдынғы инженер мәктәбенең береһе эшләй башланы. Беҙ шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһында кампус булдырыуҙың әүҙем фазаһына тотонабыҙ.
«Өҫтөнлөк – 2030» программаһында ҡатнашыусы университеттарыбыҙ финанслау күләмен арттыра һәм ҙур уңыштарға өлгәшә. Өфө фән һәм технологиялар университеты - Рәсәй юғары белем биреү системаһының танылған лидерҙарының береһе
Республика, үҙ яғынан, йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль ярҙам сараларын киңәйтеп, перспективалы тикшеренеү проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн гранттар бүлеүен дауам итә.
Башҡортостандың фәнни-технологик ҡеүәтен үҫтереүгә мөһим өлөш индергәне, һайлаған эшенә тоғролоғо өсөн республика ғалимдарына рәхмәт белдерәм.Һеҙгә һаулыҡ, уңышлы эш, илһам һәм рух күтәренкелеге теләйем! Киләсәктә лә республика һәм ил мәнфәғәтенә бергәләп эшләйек! – ти ул ҡотлау һүҙендә.
Фото: Т. АМАНОВ.