Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 11:54

Фән – Кишаловтар ғаиләһе өсөн уртаҡ эш

Бөгөн ғалимдар һөнәри байрамын – Рәсәй фәне көнөн билдәләй. Улар алдында яңы фәнни бурыстар тора.

Фән – Кишаловтар ғаиләһе өсөн уртаҡ эш
Фән – Кишаловтар ғаиләһе өсөн уртаҡ эш

– Беҙ республикабыҙҙың фәнни ҡеүәтен үҫтереүгә шарттар булдырыу һәм талантлы йәштәрҙе фәнгә йәлеп итеүгә күп көс һалабыҙ. Ғалимдарға ярҙам сараларын киңәйтәбеҙ, ғилми-мәғариф инфраструктураһын яҡшыртабыҙ, федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа университеттарға ярҙам күрһәтәбеҙ.
Рәсәй фәне Михаил Ломоносов, Иван Павлов, Дмитрий Менделеев кеүек бик бөйөк исемдәр бирҙе. Ә бөгөн Башҡортостандан килгән ғилми ғаилә тураһында һөйләгем килә.
Лидия һәм Александр Кишаловтар ғаиләһендә Рәсәй фәне көнө – һөнәри байрам. Улар күп йылдар университетта уҡыта, доценттар, Лидия Викторовна – тел коммуникацияһының инновацион технологиялары кафедраһында, Александр Евгеньевич – Өфө фән һәм технологиялар университетының авиация йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы кафедраһында.

Физиктар һәм лириктар араһында бер ниндәй ҙә бәхәс юҡ, фән - улар өсөн уртаҡ эш. Ғаилә башлығы - Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең хеҙмәт династияһы вәкиле, студент йылдарынан алып авиация двигателдәре өсөн форсажлы яныу камераларын уйлап табыу менән шөғөлләнә. Ә Лидия, педагог-филолог булараҡ, текстарҙы психолингвистик тикшереү менән ҡыҙыҡһына.

8 февраль – улар өсөн дә иҫтәлекле көн. Биш йыл элек, Рәсәй фәне көнөндә, уларҙың икеһенә лә фәнни тикшеренеүҙәр өсөн республика гранттары тапшырылғайны, әммә бүләкләү тантанаһында улар кисерерлек сәбәптәр арҡаһында була алмағайны. Был көндө Лидия Кишалова Удмурт дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Ә ире, әлбиттә, эргәһендә булды.
Бөгөн Кишаловтар ғаиләһенең ғилми һәм шәхси пландары байтаҡ: үҫеп килгән ике ҡыҙы фән менән ҡыҙыҡһына башлаған да инде, Александр Евгеньевич яҡлауға әҙерләнә, студенттарҙы уҡыта, тәжрибәһен һәм белемен «Көс машиналары» тәжрибә-конструкторҙар бюроһында буласаҡ инженерҙарға еткерә. Лидия Викторовна Өфө фән һәм технологиялар  университеты базаһында уҡытыусы һәм ғилми психолингвистика мәктәбендә тикшеренеүҙәрен дауам итә.
Байрам менән, фән көнө менән, дуҫтар! – тип яҙа  республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: