2022 йылда Волга буйы федераль округында дөйөм 12 миллион квадрат метр тәшкил иткән 83 мең шәхси йорт төҙөлгән – был 11% күберәк, уҙған йылға ҡарағанда. Уларҙың яҡынса ике миллион квадрат метры Башҡортостанға тура килә. Был хаҡта «Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү» конференцияһында ДОМ.РФ аналитик үҙәге етәксеһе урынбаҫары Екатерина Власова һөйләне.
- Был ҡаҙанышҡа федераль программалар, шул иҫәптән льготалы ипотека программаһы ярҙамында өлгәштек. Ауыл ипотекаһы буйынса Башҡортостан алдынғылыҡты бирмәй, - тине БР төҙөлөш һәм архитектура министры Егор Родин.
Волга буйы федераль округында дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡтың 64 проценты - шәхси йорттар, ул 64 процентты тәшкил итә һәм дөйөм ил күрһәткесенән күпкә юғарыраҡ. Уларҙың 28 проценты ағас йорттар, Башҡортостан буйынса 54 процент.
- Шәхси йорттар төҙөлөшөнөң үҫеше льготалы ипотека ауыл еренә бирелә башлауға бәйле. Былтыр шәхси йорттар төҙөүгә бирелгән ипотекалар өс тапҡырға артҡан - 33 мең кредит, - тине Екатерина Власова.
Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округында 1,5 мең күп ҡатлы йорт төҙөлә (281, мең фатир), уларҙың яртыһы биш ҡалала, шул иҫәптән Өфөлә төҙөлә.