Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2023, 10:15

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө

Йыл һайын 8 февралдә Рәсәй фәне көнө билдәләнә.  Ул Рәсәй Президентының 1999 йылдың 7 июнендәге указы менән булдырылған.  

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө
Бөгөн – Рәсәй фәне көнө

Рәсәй Фәндәр академияһы император Петр беренсенең 1724 йылдың 8 февралендәге (иҫке стиль буйынса 28 ғинуарҙа) указы менән ойошторола. РФ Президентының 1991 йылдың 21 ноябрендәге указы менән Рәсәйҙең юғары ғилми учреждениеһы булараҡ булдырылған.

Совет заманында Фән көнө апрелдең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Был иҫтәлекле көн 1918 йылдың 18 һәм 25 апреле араһындағы осорҙа Владимир Лениндың «Фәнни-техник эштәр планы һыҙмаһы»н төҙөнән сығып һайланған.

Рәсәй Фәндәр академияһы ойошторолғандан алып ил ғалимдары кешелек тарихына ҙур йоғонто яһай. Бөтә донъя буйынса Михаил Ломоносов, Иван Павлов, Дмитрий Менделеев, Константин Циолковский, Петр Капица, Лев Ландау, Игорь Курчатов, Сергей Королев, Андрей Сахаров, Жорес Алферов  һәм башҡалар билдәле.

Күп быуын тикшеренеүселәренең хеҙмәте һөҙөмтәһендә абруйлы ғилми мәктәптәр булдырылды. Уларҙың идеялары ярҙамында төрлө өлкәлә үҙенсәлекле асыштар яһалды.

Фән ярҙамында матдә массаһы законы булдырылды, химик элементтарҙың периодик системаһы асылды, кешенең йыһанға тәүге осошо башҡарылды, тәүге яһалма спутник ер эргәһендәге орбитаға сығарылды, тәүге атом станцияһы файҙаланыуға тапшырылды, илдең ядро ҡалҡаны төҙөлдө.

Фән – милли иҡтисад, медицина, мәғариф, бөтә социаль өлкәне үҫтереүҙең мөһим ресурсы. Иҡтисади үҫеш һәм яңы юғары етештереүсәнле эш урындары булдырыу ғына түгел, миллионлы кешеләрҙең йәшәү сифаты ла ғалимдарҙың ҡаҙаныштарына бәйле. Шуға күрә Рәсәй Хөкүмәте фәнгә һәм юғары мәктәпкә ярҙам итеүгә, ғилми асыштарҙың конкурентлыҡҡа һәләтле секторын үҫтереүгә, йәш тикшеренеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ла өҫтөнлөклө иғтибар бүлә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: