Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2023, 21:51

Өфөлә грек-рим көрәше буйынса ил беренселеге старт алды

Радий Хәбиров 2021 йылда спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә еңеү яулаған егеттәргә фатир бүләк итте.

Өфөлә грек-рим көрәше буйынса ил беренселеге старт алды
Өфөлә грек-рим көрәше буйынса ил беренселеге старт алды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров грек-рим көрәше буйынс Рәсәй чемпионатын асыуҙа ҡатнашты. Республикала ул тәүге тапҡыр үтә һәм Өфөгә илдең 40 төбәгенән 320 иң көслө көрәшсене йыйҙы.

Турнир Сеулдағы Олимпия уйындарының 35 йыллығына арнала. Ул саҡта совет спортсылары грек-рим һәм ирекле көрәш буйынса һигеҙ алтын, дүрт көмөш һәм өс бронза миҙал яулай. Дөйөм команда ярышында беренсе урынға лайыҡ була.

Төбәк Башлығы ҡунаҡтарҙы һәм ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

– Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын ойоштороу – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Был ысын спорт байрамы, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең тренерҙарға рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙә ҡунаҡта СССР һәм Рәсәй данын яҡлаған бөйөк спортсылар. Бөгөн беҙҙең егеттәр ил һаҡлай, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ошондай ҡатмарлы шарттарҙа спорт сараларын туҡтатмайбыҙ һәм спортсыларҙы үҫтерәбеҙ. Һәр ҡатнашыусыға уңыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйем! 

Радий Хәбиров 2021 йылғы донъя беренселеге еңеүселәренә Адлан Әмриевҡа һәм Сәйет-Хөсәйен Бакаевҡа фатирға сертификат, ә уларҙың тренерҙары Валерий Коробовҡа, Рәмил Сираевҡа һәм Геннадий Сырцовҡа автомобилгә сертификаттар тапшырҙы.

 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: