Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы эшҡыуарҙарға яңы инвестиция тәҡдиме менән сығыш яһаны. «Алға» махсус иҡтисади зонаһында натрий хлораты етештереү буйынса завод төҙөүгә инвестор талап ителә. Проекттың бюджеты яҡынса 448, 89 миллион һум тәшкил итә, 35 эш урыны булдырыу ҡарала.
- Ҡағыҙ ағартыу предприятиелары беҙҙең илдән китте. Ошо тармаҡта үҫешеү мөмкинлеге бар. «Алға» зонаһында инвестор түбән һалым ставкаһы, ҡуртым льготалары һәм ирекле таможня зонаһы менән файҙаланырға мөмкин. Әгәр тәҡдим ҡыҙыҡһындырһа, корпорация инвесторҙарға технологик ҡағиҙәләргә һәм талаптарға ярашлы финанс моделен иҫәпләп күрһәтәсәк, предприятиены асырға төрлө яҡлап ярҙам итәсәк, - тип аңлата Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Корпорацияла шулай уҡ инвесторҙарға һәм эшҡыуарҙарға кейс тәҡдим ителә. Унда барлыҡ ярҙам саралары менән танышырға мөмкин. «Алға» зонаһы резиденттарына Сәнәғәтте үҫтереү фондынан һәм лизинг компанияһынан өҫтәмә ярҙам алырға ла мөмкин.
Бизнес-тәҡдим менән корпорация сайтында «Бизнес-кейсы» бүлегендә танышырға мөмкин.