Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2023, 21:25

Тарихыбыҙҙы һәм батырҙарыбыҙҙы данлар йәнһүрәт

Май айында "Төньяҡ амурҙары" киң прокатҡа сығасаҡ! Көтәһегеҙме?

Тарихыбыҙҙы һәм батырҙарыбыҙҙы данлар йәнһүрәт
Тарихыбыҙҙы һәм батырҙарыбыҙҙы данлар йәнһүрәт

Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» беренсе тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланды. Ул “Муха” студияһында төшөрөлдө. Фильм режиссеры – Руслан Тавабилов, продюсерҙары – Артур Абдрахманов, Юнир Әминев һәм Камил Буҙыҡаев. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә йәнһүрәттең премьераһы үтте.

«Төньяҡ амурҙары» — тулы метражлы бер сәғәтлек анимацион фильм. Таҫмала башҡорттарҙың шведтарға һәм француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнашыуы тураһында бәйән ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тап француздар башҡорт яугирҙарын «төньяҡ амурҙары» тип атаған. Ата-бабаларыбыҙ көтмәгәндә һайт-һайтлап килеп сығып, атта сабып килгән ыңғайы уҡтар яуҙырып, дошмандың ҡотон алған. Йәнһүрәт авторҙары был данлы ваҡиғаны үҙенең эшендә бик ҡыҙыҡлы итеп күрһәткән.

Йәнһүрәттең төп геройҙары – башҡорт ауылында йәшәүселәр, баһадир Йомағужа, аҡһаҡал Ҡылысбай, Ихсан һәм Усман батырҙар, Ғәбит исемле егет. Тап улар шведтарға ҡаршы яуға йүнәлә. Ә 20 йыл үткәс, 1812 йылда ҡартайған Ғәбит үҙенең улдары менән Ватан һуғышында ҡатнаша.

- Башҡортостанда тәүге тапҡыр тулы метражлы йәнһүрәт төшөрөлдө. Ул бик һәйбәт, сифатлы, ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. Фильмды тауышландырыу – үҙе бер тарих. Беҙ билдәле йырсыларҙы һәм артистарҙы был эшкә йәлеп иттек: Асҡар Абдразаҡов, Фидан Ғафаров, Элвин Грей, Айҙар Ғәлимов, Азамат Ғафаров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм башҡалар, - ти “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев.

Күптәр бындай яуаплы ижади эштә тәүгә ҡатнашһа ла, һынатмаған, барыһы ла яҡшы килеп килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, Әминә Ивний ҡыҙы бала саҡтан ниндәй ҙә булһа йәнһүрәтте тауышландырып ҡарарға хыял иткән.

- Мин дә был эштә ҡатнаштым. Ролгә инеп, икенсе тауыш менән һөйләргә тура килде. Усманды тауышланландырыу еңелдән булманы. Әммә режиссер талап иткәс, асылырға тырыштым. Был герой нимәһе менәндер миңә оҡшаған, минең кеүек тулы кәүҙәле, - ти Юнир Әминев. – Әлбиттә, фекерҙәр төрлөсә буласаҡ, кемдер, ябай йәнһүрәт, тиер. Әммә был беҙҙең ғорурлығыбыҙ, сөнки Башҡортостанда бындай тулы метражлы йәнһүрәт тәүге тапҡыр төшөрөлә. Иң мөһиме: ул беҙҙең тарихыбыҙҙы һәм батырҙарыбыҙҙы данлаясаҡ.

Оҙаҡ йылдар йәнһүрәт өҫтөндә эшләгән “Муха” студияһын Өфөлә белмәгән кеше һирәк. Ул 80-се йылдарҙан бирле уңышлы эшләп килә. “Алиса”, “Чайф”, ДДТ, Алсу, Андрей Губин һәм “Серебро” кеүек билдәле эстрада йондоҙҙарына клиптар төшөрә. Тап ошо студияла Глюкоза образы булдырыла. Әйткәндәй, 90-сы йылдарҙа “Муха” студия “Йәшлек” гәзитенең әлеге “төйәгендә” – Матбуғат йортоноң һигеҙенсе ҡатында урынлашҡан булған.

Шуныһы ҡыҙыҡлы: “Муха” студияһы оҫталары бөгөн киң билдәлелек яулаған “Чебурашка” фильмын әҙерләүҙә лә ҡатнаша. Әлеге ваҡытта “Пушкин” сериалын төшөрәләр, Беренсе каландағы “Фантастика” шоуына моделдәр әҙерләйҙәр. Бөгөн шулай уҡ “Төньяҡ амурҙары” тип исемләнгән кеҫә телефонына уйын да булдырылған. Уны андроидҡа йә айфонға ҡуйып алып уйнарға мөмкин.

- Был идея көтөлмәгәндә барлыҡҡа килде. “Башҡортостан” киностудияһында йәнһүрәт төшөрә инек. Әммә үҙебеҙ өлгөрә алманыҡ һәм “Муха” студияһына заказ бирҙек. Улар беҙгә тиҙ арала сифатлы анимация фильмы төшөрөп бирҙе. Тап шул саҡта бергәләп “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәтен төшөрөү идеяһы тыуҙы. Беҙ мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мөрәжәғәт иттек. Ул беҙҙең идеяны бик оҡшатты. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ярҙам итте.

“Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәтен төшөрөү һөҙөмтәһендә Өфөнөң сәнғәт училищеһында яңы специальность булдырылған.

- Анимация геройҙарын төшөрөү иң ауыры булды. Ваҡытыбыҙҙың күп өлөшөн алды. Әммә художестволы фильмдан айырмалы аниматорҙар менән эшләү еңелерәк. Улар һүрәттәрҙе өйҙәрендә лә төшөрөргә мөмкин. Артабан “Башҡортостан” киностудияһы” “Союзмультфильм” директоры Борис Машковцев һәм “Муха” студияһы араһында меморандум төҙөнө. Ошо меморандум нигеҙендә Өфө сәнғәт училищеһында аниматорҙар төркөмө асылды. Әле уҡыу йортонда ике курс уҡый. Туғыҙынсы кластан һуң был һөнәргә килеүселәр үтә күп булыр, тип көтмәгәйнем, - ти Юнир Әминев.

Йәнһүрәттең музыкаль директоры – VIA Чаппа төркөмө солисы Илья Тавлияров.

- Мин студия менән 90-сы йылдарҙан алып хеҙмәттәшлек итәм. Мин “Любезники - любизар" халыҡ йырына нигеҙләнеп, “Төньяҡ амурҙары” өсөн йыр яҙҙым. Башҡорт тексын алдым, русса тәржемәләрен ҡараным, улар миңә бик оҡшаны. Әммә йәнһүрәткә билдәле бер темптағы йыр кәрәк ине, шуға күрә һүҙҙәрен яңынан яҙырға тура килде. Әлбиттә, уның мәғәнәһе үҙгәрмәне, - ти Илья.

Әйткәндәй, “Төньяҡ амурҙары” менән генә эш тамамланмай. Артабан “Мух” һәм “Башҡортостан” киностудияһы йәнһүрәттең дауамын төшөрөргә ниәтләй, ул Шайморатов генералға арналасаҡ.

- Тулы метражлы фильм төшөрөргә теләк бар, әммә беҙ анимацияла туҡталып торорға булдыҡ. Балаларға илебеҙ тарихы һәм батырҙары хаҡында һөйләргә кәрәк. Беҙ уның ярҙамында мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һәм батырҙарыбыҙҙы данлайбыҙ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: