Сентябрҙә Сибай филармонияһы артистары тулы составта тиерлек мобилизацияға эләкте. Уларҙың күптәре хеҙмәттәштәре артынан үҙ теләге менән СВО-ға юлланған.
- Миңә иртәнсәк повестка килтерҙеләр. Төштән һуң хәрби комиссариаттан шылтыраталар, һин олораҡһың, балаларың да бар, әлегә резервта ҡалдырабыҙ, тиҙәр. Мин комиссариатҡа барып ғариза яҙҙым һәм хеҙмәттәштәрем менән бергә махсус операцияға юлландым, - ти фронт ижади бригадаһы йырсыһы Фларид Бирғәлин.
- Иң тәүҙә минең ағайымды мобилизацияланылар. Һин бит актер, нимәгә ул СВО, тип мине ҡалдырмаҡсы инеләр. Мин дә үҙ теләгем менән хәрби комиссариатҡа барып ғариза яҙҙым, - ти Илнур Сәфәров.