Рәсәй банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылдың мартынан декабргә тиклем санкцияларға бәлйе ауыр финанс хәлендә ҡалған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредиттарын үҙгәртә алған. Бурыстарҙың дөйөм суммаһы 13 миллиард һумға баһалана. Күп осраҡта компаниялар кредит каникулдары алған – дөйөм 5,8 миллиард һумға 1,3 мең килешеү. Ҡалған бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттары банк программалары буйынса кредит шарттарын үҙгәрткән.
- Төбәктә инвестиция климаты урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүҙән яҡшыра, айырыуса бөгөнгө санкция баҫымы шарттарында. Бөгөн республикала «Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырылды. Уның активында 800 миллион һум аҡса, эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙер, - тип белдерҙе БР хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова.