Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2023, 23:38

Газ заправкалары һаны буйынса илдә өсөнсө урындабыҙ!

Башҡортостан компанияларына заправка төҙөүгә киткән сығымдарының өлөштәрен ҡаплағандар.

Газ заправкалары һаны буйынса илдә өсөнсө урындабыҙ!
Газ заправкалары һаны буйынса илдә өсөнсө урындабыҙ!

2022 йылда Башҡортостандың ете компанияһы газ тултырыусы компрессор станцияһы төҙөүгә республика субсидияһы алған. Дөйөм компенсациялар күләме 360 миллион һум тәшкил иткән. Газ ҡойоу инфраструктураһын үҫтереү буйынса күрһәтелгән дәүләт ярҙамы хаҡында Рәсәй газ-мотор яғыулығын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә һөйләнеләр. Сара РФ Президенты вәкиле, «Газпром» директорҙары советы рәйесе Виктор Зубков етәкселегендә Санкт-Петербургта үткән. Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ҡатнашты.

— 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Ростов өлкәһе менән бергә Рәсәйҙә газ тултырыусы компрессор станциялары һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. Рәсәй энергетика министрлығы ҡуйған бурысты 2022 йылда ла тулыһынса үтәнек. Беҙҙә станциялар һаны тағы ла унауға артты һәм 51-гә етте. Быйыл да эшләргә әҙербеҙ. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса тәбиғи газ һатылға күләме 50 миллион кубометр тәшкил иткән. Был 2021 йылға ҡарағанда, 14,7 процентҡа күберәк, – тине Александр Шельдяев.

51 станцияның туғыҙы «Газпром трансгаз Уфа» компанияһы ихтыяждары буйынса эшләй, 32-һе - ҡулланыусылар өсөн асыҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: