Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2023, 20:48

Электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙы онлайн юлларға мөмкин

Эшҡыуарҙарға ла, ябай халыҡҡа ла берҙәй уңайлы.

Электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙы онлайн юлларға мөмкин
Электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙы онлайн юлларға мөмкин

Башҡортостанда электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуға һәм килешеү төҙөүгә интернет аша ғариза бирергә мөмкин. Был хеҙмәтте «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсевисының «Жизненные ситуации» бүлегендә бирелгән.

– Юридик һәм физик шәхестәргә төҙөлөш эшмәкәрлеген алып барыу уңайлы булһын өсөн берҙәм электрон ресурс – «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы булдырылды. Халыҡ суперсервиста үҙенә кәрәкле хеҙмәтте электрон рәүештә юллай ала. Мәҫәлән, электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуға һәм килешеү төҙөүгә ғариза, - ти һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Ғариза электр хужалығы объекттары иң яҡында урынлашҡан (электр тапшырыу линияһы таяуҙары, кабель линияһы, подстанциялар һ.б.) элемтә ойошмаһына ебәрелә.

– Электр энергетикаһы - иң ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе һәм ул энергетиктарҙан юғары квалификация талап итә. Электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуҙы онлайн юллау мөмкинлеге халыҡтың һәм ойошмаларҙың тормошон еңелләштерә, төбәктең инвестиция күркәмлеген яҡшырта. Башҡортостан 2022 йылда Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге биш төбәк иҫәбенә ингәйне, - тине БР сәнәғәт һәм энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: