Уның бурысы - кешене ярҙамға мохтаж тип таныу, стационар йәки ярым стационар учреждениеға урынлаштырыу, оло йәштәге кешене ҡабул итеүсе ғаиләне әҙерләү.
Социаль координаторҙар хеҙмәте республиканың һәр районында һәм ҡалаһында булдырылған. Юридик яҡтан улар өлкән кешеләр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән интернаттарҙың структур бүлексәләре булып тора.
Социаль координаторҙар нимә менән ярҙам итә ала:
∙ мөрәжәғәт итеүсене тыңлайҙар, проблеманы хәл итеү алгоритмын билдәләйҙәр
∙ иғтибар бүлеп, хәстәрлек күрәләр
∙ кешегә ниндәй ярҙам кәрәклеген билдәләйҙәр
∙ кешене социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныйҙар
∙ стационарға билдәләйҙәр йәки социаль хеҙмәткәр беркетәләр
Был ярҙамды нисек алырға?
Районығыҙҙың социаль координаторҙар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк: http://rcson.mintrudrb.ru/posts/204348
Шулай уҡ, ҡыҙыу линия телефоны аша социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙам алырға мөмкин: 8 (800) 775 00 14