Заманса комплекс былтыр ғына көҙ эшләй башлаған. Был – республикабыҙҙа малсылыҡ өлкәһендә тормошҡа ашырылған иң күләмле проекттарҙың береһе. Ферманы төҙөүгә 3,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Ул 2800 һыйыр һәм 3200 йәш мал аҫрауға тәғәйенләнгән. Заманса аҙбарҙа мал бәйләмәй аҫрала. Бөгөнгә бында голштин тоҡомло һөт һыйырҙары килтерелгән. Ғинуар айында тәүлегенә уртаса 90 тонна һөт һауыла.
«ЭкоНива» компанияһы президенты Штефан Дюрр әйтеүенсә, комплекс заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әйтәйек, «Карусель» ҡорамалы ярҙамында бер юлы 72 һыйырҙы һауырға мөмкин. Ә «EkoFeed» программаһы ярҙамында реаль ваҡытта һәр малдың ҡасан быҙауларын, туҡланыуын, вакциналарын тикшереп барырға мөмкин.
Радий Хәбиров предприятие етештергән ризыҡтарҙы тәмләп ҡараны: ойотҡан, һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, йогурт. Ул етәкселеккә рәхмәтен белдерҙе.
– Еңел булмаған ваҡытта ошондай комплекс төҙөүегеҙ өсөн рәхмәт. Өс йыл был урында баҫыу ине, ә хәҙер бында заманса ферма. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Артабанда ла бергә эшләрбеҙ тип ышанам, - тин республика етәксеһе.