+9 °С
Болотло
– Кисә бөтә ил Сталинград һуғышының 80 йыллығын билдәләне. Ә бөгөн мин Йәрмәкәй районында – генерал Иван Андреевич Ласкиндың тыуған яғында эш сәфәрендәмен. Тап ул 1943 йылдың башында гитлерсылар менән һөйләшеүҙәр алып барған һәм фельдмаршал Фридрих Паулюсты пленгә алған. Иван Андреевичтың «На пути к перелому» китабында – шул көндәрҙең хәтирәләре.
Уның яҙмышы еңелдән булмай. Яла яғыуҙар, арест. Әммә ул ғәҙеллек өсөн көрәшә һәм тулыһынса аҡлана.
Бына шундай легендар яҡташтарыбыҙ бар беҙҙең. Хәтерләйбеҙ, – тип яҙған Радий Хәбиров.