Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2023, 19:37

Сит илгә тауар оҙатырға теләйһегеҙме?

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн файҙалы вебинар ойоштороласаҡ.

Сит илгә тауар оҙатырға теләйһегеҙме?
Сит илгә тауар оҙатырға теләйһегеҙме?

9 февралдә «Рәсәй экспорт үҙәге» «Яңы логистика йүнәлештәрен үҙләштереү. Экспорт һәм импорттың яң мөмкинлектәре, үҙенсәлектәре, өҫтөнлөктәре» темаһына вебинар ойоштора. Был хаҡта БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

- Рәсәй эскпорт үҙәгенең вебинары хәҙерге геосәйәси шарттарҙа булдырылған яңы логистик маршруттарҙы өйрәнеү өсөн шәп мөмкинлек. Был экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм уның географияһын киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк, - ти Маргарита Болычева.

Вебинар барышында «Южные логистические маршруты проекта «Евразийский Агроэкспресс» һәм «Новые морские контейнерные сервисы из портов Северо-Запада России» темалары ҡараласаҡ. 

Вебинарға киләһе һылтанма буйынса яҙылырға мөмкин. Әгәр һорауҙарығыҙ тыуһа «Рәсәй экспорт үҙәге»нә мөрәжәғәт итергә мөмкин - Линькова Инна, [email protected].

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: