Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған “Берҙәмлектә - көс!” асыҡ дәресе барышында студенттар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән “Өс таған” нәфис фильмын ҡараны. Фекер алышыуҙа Республика инженер лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы, фильмда Ғабдулла ролен башҡарыусы Илдар Биҡҡолов һәм Өфө автотранспорт колледжы студенты, Вәзир ролен башҡарыусы Арыҫлан Ғәлиев ҡатнашты. Социаль селтәрҙәге дуҫлыҡты ысын тормошта булдырыу тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә бөтә уҡыусыларға ла, ҡунаҡтарға ла фәһемле булды.
«Бөгөнгө асыҡ дәрес колледждың «РӘМИ дәресе» проекты сиктәрендә үткәрелгән сараларҙың тәүгеһе түгел. Яңы форматтағы саралар Башҡортостан киноиндустрияһына, башҡорт фильмдарына, туған телгә йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уята, студенттарҙа әҙәп-әхлаҡ, дуҫлыҡ тойғоларын үҫтерә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй», — тип белдерҙе Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов.
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының матбуғат хеҙмәте.