Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы (3 февраль 1926 йыл — 23 ноябрь 2014 йыл) — СССР балеринаһы, педагог, хореограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1966 йылдарҙа Татар опера һәм балет театры солисы, 1969—1973 йылдарҙа баш балетмейстер; бер үк ваҡыытта 1972 йылдан Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында хореография кафедраһы мөдире. Профессор (1985). РСФСР-ҙың (1957), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) халыҡ артисы.РСФСР-ҙың.
Нинель 1935 йылда А. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһына (хәҙерге А. Ваганова исемендәге Рус балет академияһы) уҡырға инә. 1938 йылда атаһы атып үлтерелә, ә әсәһе лагерға ебәрелә.
Һуғыш ҡамасаулау сәбәпле, Нинель уҡыуын, өҙлөклөктәр менән, 1949 йылда ғына тамамлай ала. Аҙаҡ ошо уҡ училищеның педагогик бүлегендә һәм Римский-Корсаков исемендәге Ленинград дәүләт консерваторияһында балетмейстер бүлегендә уҡый.
Үҙенең сәхнә юлын, Нинель Юлтыева солистка булып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай.
Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театрында 1946—1966 йылдарҙа солистка була. Прима-балерина булып иҫәпләнә һәм бер үк ваҡытта балет труппаһының художество етәксеһе булып эшләй.
1968—1969 йылдарҙа Нинель Юлтыева Ленинград хореография училищеһында уҡытыусы булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1969 — 73 йылдарҙа — Ҡазан опера һәм балет театрында баш балетмейстер.
Оҙаҡ йылдар Н. К. Крупская исемендәге Ленинград мәҙәниәт институтының Ҡазан филиалында (аҙаҡ Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты, хәҙер — Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт университеты) уҡыта.
Ул 1972 йылдан хореография кафедраһын етәкләй, ә 1985 йылдан — профессор. 1998 йылда Ҡазан хореография училищеһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
Нинель Юлтыева 1974 йылдан 1977 йылға тиклем Мысырҙа эшләй, унда ул Ҡаһирә балет төркөмөнөң солисттар төркөмөн алып бара һәм художество етәксеһе, балетмейстер вазифаһын башҡара.
Ул 1981—1983 йылдарҙа Венесуэлала була. Бында Тереза Карреньо исемендәге Каракас театрында педагог һәм балетмейстер сифатында эшләй. 1988 — 1989 йылдарҙа ҡайтанан Египетта Каир (Ҡаһирә) юғары балет институтында художество етәксеһе булып эшләй.
"Башҡорт Википедияһы." Юлай Кәримов фотоһы.