Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2023, 18:00

«Иң яҡшы хат яҙыу дәресе» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башланды

Республикабыҙҙа бәйгенең  төбәк этабы мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында уҙғарыла.  

«Иң яҡшы хат яҙыу дәресе» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башланды
«Иң яҡшы хат яҙыу дәресе» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башланды

Конкурс  21-се тапҡыр уҙғарыла. Ижади бәйгелә мәктәп уҡыусылары һәм 21 йәшкә тиклемге студенттар, шулай уҡ уҡытыусылар ҡатнаша ала. Конкурс шарттары буйынса, уҡыусылар бирелгән номинацияларҙың береһе буйынса хат формаһында инша яҙырға, ә уҡытыусылар жюриға мәктәптә хат яҙыу дәресен уҙғарыу буйынса үҙҙәренең методик эштәрен тәҡдим итергә тейеш. Конкурстың маҡсаты - хат мәҙәниәтен тормошҡа ҡайтарыу, туған телгә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, ғаиләңдең һәм илеңдең тарихына мөрәжәғәт итеү.

Түбәндәге номинациялар буйынса ҡатнашырға мөмкин:

«Кто может меня воспитать?» — от МГУ им. М.В. Ломоносова;

«Я доброволец, я волонтер» — от профсоюза работников связи России;

«Рецепты счастливой семьи» — от фонда социально-культурных инициатив;

«Судьба и Родина едины!» — от Союза писателей России;

«Есть такая профессия – Родину защищать…» — от министерства обороны России;

«Наставник - создатель будущего» — от Российского движения детей и молодежи «Движение первых»;

Уҡытыусылар өсөн номинация - яҙыу дәресен уҙғарыуҙы методик яҡтан әҙерләү. Жюри мәктәп программаһына индерергә мөмкин булған үҙенсәлекле методик эшләнмәләрҙе һайлаясаҡ.

«Иң яҡшы хат дәресе» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында ҡатнашыу өсөн эштәрҙе 25 июлгә тиклем Башҡортостандың Федераль почта элемтәһе идаралығына ебәрергә кәрәк: ул. Ленина, 28, каб. 408, город Уфа, 450000. Конверт тышына «На конкурс «Лучший урок письма» тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: