Яңыраҡ күптәрҙең яратҡан йырсыһы, "Гәлсәр һандуғас" проекты аша популярлыҡ яулаусы Дүртөйлө һылыуы Гүзәл Аҫылбаева социаль селтәрҙә ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашҡан.
- Бөгөн икенсегә әсәй булдым. Беҙҙең ғаиләбеҙҙә ғәжәйеп матур малай донъяға килде. Хис-тойғоларымды һүҙҙәр менән аңлатып биреү мөмкин түгел. Мин бик бәхетлемен! Сикһеҙ яратам!
Бәпескә һәм уның ата-әсәһенә һаулыҡ, матур ғүмер һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ! Гүзәл артабанда ла тамашасыларын яңы йырҙар менән ҡыуандырыр тип өмөт итәбеҙ!