Саҡырылған ҡунаҡтар колледждың 6 командаһы ҡатнашлығындағы мауыҡтырғыс спорт эстафетаһын ҡараны һәм көйәрмәндәр булды. Тиҙлеккә, көскә, сослоҡҡа һәм берҙәмлеккә ярыш йомғаҡтары буйынса беренсе урынды «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» командаһы яуланы (11-2022 төркөмө); икенсе урын – «Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге» (9-2022 төркөмө) һәм өсөнсө урын – «Ер-милек мөнәсәбәттәре, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе» (9-2022 төркөмө).
Өс призерҙан тыш, өс номинацияла лидерҙар ҙа билдәләнде: «Иғтибарлы башҡарыу» - «Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу» командаһы (9-2022 төркөм); «Еңеүгә ынтылыш өсөн» - «Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу» (11-2022 төркөм) һәм «Дуҫ команда» - «Ер-милек мөнәсәбәттәре, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе» (11-2022 төркөм)
- Беҙ, ғәҙәттәгесә, колледжда патриотик тәрбиә биреү сараларын уҙғарабыҙ. Хәҙерге ваҡытта был бик мөһим, тип уйлайым. Уҡыусылар ҙур теләк менән ҡатнаша, был, әлбиттә, беҙҙе ҡыуандыра, сөнки студенттарҙың тыуған ил тарихына ҙур тулҡынланыу менән ҡарауын күрәбеҙ, - ти Өфө сәнғәт училищеһы колледжы директоры Ильмира Товышева. – Айлыҡҡа ярашлы бик күп саралар планлаштырылған. Былар республиканың тарихи урындары һәм хәрби дан музейҙары буйлап экскурсиялар, шулай уҡ геройҙарҙың исемдәре менән бәйле урамдарҙы өйрәнеү.
Фото: Т. АМАНОВ.