Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 15:01

Өс йәшкә тиклемге балаларға әсәлек капиталынан түләүҙәр алырға мөмкин!

Бынан алда бындай пособие икенсе һәм унан һуңғы балаларға тәғәйенләнә ине. 

Өс йәшкә тиклемге балаларға әсәлек капиталынан түләүҙәр алырға мөмкин!
Өс йәшкә тиклемге балаларға әсәлек капиталынан түләүҙәр алырға мөмкин!

Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан өс йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр әсәлек капиталынан түләүҙәр алырға мөмкин. Түләүҙең суммаһы — бер йәшәү минимумы. Бынан алда бындай пособиены икенсе балаға юлларға мөмкин ине.

Түләүҙе алыуға шарттар:

- пособиены йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләр аласаҡ. Башҡортостанда был сумма 25 300 мең һумдан артмаҫҡа тейеш;

- пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәте иҫәпкә алынмай, «нуль килеме ҡағиҙәһе» тәғәйенләгәндә;

- бындай түләүҙе Рәсәйҙә даими йәшәгән граждандар юлларға мөмкин.

Түләү тәғәйенләнмәй, әгәр:

- әгәр балағыҙ тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булһа;

- ғариза биреүсе ата-әсә хоҡуғынан хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки ата-әсә хоҡуғынан сикләнгән.

Пособиены «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында, Социаль фонд https://sfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032 йә Күп функциялы үҙәк аша - https://mfcrb.ru/.

Белешмә өсөн телефон: 8-800-600-02-21

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: