Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 10:55

Ауыл халҡы миндектәрен яратып ала

Йылайыр районының  Юлдыбай ауылында эшһөйәр, әүҙем, ихлас кешеләр йәшәй.  Шундайҙарҙың береһе  – Радик Ғиндуллин.

Ауыл халҡы миндектәрен яратып ала
Ауыл халҡы миндектәрен яратып ала

Абруйлы ғаилә башлығы ҡатыны, хаҡлы ялдағы педагог Зифа Динислам ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, хәҙер ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, донъя көтәләр.

Радик ағай ауылда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Үҙе дәртле, йор һүҙле, йыр - моңға ғашиҡ кеше лә  ул! Ауыл сәхнәһенең  түренән төшмәй, өҙҙөрөп гармунда уйнай, йырлай, төрлө йыр-моң конкурстарында ҡатнаша.
Тәбиғәтте үҙ иткән, бар ергә өлгөргән ағайҙың тағы ла бик яратып башҡарған шөғөлө бар. Ул хужалыҡта бик кәрәкле әйбер - селек һеперткеһе менән мунсаға миндек әҙерләй. Ауыл халҡы уларҙы бик яратып һатып ала, рәхмәт әйтеп ҡуллана. Кемдәр эҫе мунсала ҡайын, йүкә, имән ағастарының хуш еҫле япраҡтары менән сабынырга ярата – рәхим итегеҙ!
Радик ағай күптән инде айыҡ тормош алып бара, дин юлында. Ул – Юлдыбай ауыл мәсетенең мөәзине, унда үткәрелгән барлыҡ эштәрҙә ҙур ярҙам күрһәтә.Уға һәм уның  ғаиләһенә иманлы ғүмер,  ике донъя рәхәте насип итһен.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: