Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Юбилей киләһе йылда билдәләнәсәк. Кәңәшмәлә юбилей проекттарын тормошҡа ашырыу, күләмле социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү хаҡында һөйләштеләр.
Иң күләмле эштәрҙең береһе – Көрәш һарайы – раҫланған графикҡа ярашлы төҙөлә. Шулай уҡ архитектор Рехмуков һәм Муса Гәрәев урамын төҙөкләндереү һәм ремонтлау ҡарала. Республика башлығы архитектура проекттарын Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты белгестәре менән бергә тормошҡа ашырырға ҡушты.
– Профессиональ фекер мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш. Әлбиттә, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Февраль уртаһында Рәмил Әйүпов исемендәге Фехтование үҙәгендә төҙөлөш-монтажлау эштәре башланасаҡ. Ул Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге янында ҡалҡып сығасаҡ. Инорстағы ишеү слаломы комплексы төҙөлөшө лә графикҡа ярашлы бара.
2024 йылға яңыртылған Ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен асасаҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар объекттың тышҡы биҙәлеше һәм уның тирә-яғын төҙөкләндереү проекты менән танышты. Әйтәйек, театр янында «Аллея миниатюр» балалар паркы барлыҡҡа киләсәк. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина һүҙҙәренсә, театрҙы асыуға бай программа әҙерләнә. Бында ҡурсаҡ вернисажы, Рәсәй ижад коллективтарының фестивале ойоштороласаҡ.
Транспорт өлкәһендә лә күләмле проекттар көтөлә – «Көньяҡ ҡапҡалар» һәм «Көнсығыш сығыу юлы». Тәүге проект буйынса Пугачев урамы һәм Ағиҙел йылғаһы аша иҫке автомобиль күпере яңыртыла. Күпер архитектура яҡтыртыуы менән биҙәләсәк. Ә Нуғай яғынан ҡалаға ингән яҡта заманса стела ҡуйыласаҡ. Радий Хәбиров транспорт министрына «Көнсығыш сығыу юлы» проекты буйынса кәңәшмә үткәрергә ҡушты.
– Транспорт селтәрен дөрөҫ итеп төҙөп алырға кәрәк, Өфө халҡына һәм уның ҡунаҡтарына уңайлы булырға тейеш, – тине ул.
Бынан тыш, төҙөүселәр Октябрь революцияһы урамын яңыртыуҙы башланы. Бында инженер селтәрҙәре алмаштырыласаҡ һәм йәйәүлеләр урамы төҙөләсәк. Транспорт хәрәкәте бер һыҙатҡа ҡалдырыласаҡ.
Радий Хәбиров эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы башҡарырға ҡушты.