Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2023, 14:55

Асҡын районы депутаты ла яугирҙарға машина бүләк итте

Дамир Ҡәнәфи улы изге эш ҡылған!

Асҡын районы депутаты ла яугирҙарға машина бүләк итте
Асҡын районы депутаты ла яугирҙарға машина бүләк итте

«Берҙәм Рәсәй» партияһынан Асҡын районы советы депутаты Дамир Әүбәкеров СВО-лағы яҡташтарына машина кәрәклеген белеп ҡалғас, УАЗ машинаһы ебәрергә ҡарар иткән. Ун көндә машина әҙер булған — уны броня менән көпләгәндәр һәм буяғандар.

Депутат, был машина егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итер тип ышанам, ти.

Транспорттан тыш, Дамир Әүбәкеров район халҡы менән бергә яҡташтарыбыҙға бензобысҡы, көрәк һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәрҙе.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: