Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 18:00

Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...

Ашарға бешергән ваҡытта түбәндәгеләрҙе үтәргә кәңәш ителә: * Ашарға бешерер алдынан тәһәрәтләнеп алығыҙ. * Аш-һыу бүлмәһенә ингәс: «Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим»,  – тип әйтегеҙ. * Әгәр ҙә эшегеҙ ныҡ күп булһа, өлгөрмәйем тип, борсолһағыҙ: «Ләә хәүлә вә ләә куввәтә иллә билләһ», – тип ҡабатлағыҙ.

Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...
Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...

* Әҙерләр алдынан, ризығыбыҙ нур менән тулһын, уны тәмләп ҡараусыларҙың иманы нығынһын, изге эштәр башҡарырға илһамландырһын, тип ниәтләп, эшегеҙҙе башлағыҙ.

*Өйөгөҙгә бәрәкәт инһен өсөн,  һатып алған ризыҡтарға «Кәүсәр» менән «Ҡәҙер» сүрәләрен уҡығыҙ.

* Ашарға бешергән ваҡытта «Нур» сүрәһенең 35-се аятын уҡығыҙ. Ғаилә ағзалары араһында мөхәббәт арта, йөрәккә яҡты нур һәм изгелек өҫтәлә.

*Плитәне тоҡандырғас: «Аллаhүммә аджирни мина-н-нар», – тип әйтегеҙ.

*Һыуҙы ҡулланғанда Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауат әйтегеҙ: «Аллаһүммә сәлли ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә әли сәйидинә Мөхәммәд».

*Еләк-емеш, йәшелсәләр һәм ит менән булышһағыҙ: «Аллаhумма инни асалюка-ль-джанна», – тип зикер әйтегеҙ.

*Бысаҡты ҡулланғанда « Собханаллаһ»  һәм «әлһәмдүлилләһ» тип зикерҙәрҙе ҡабатлағыҙ.

*Әҙер ризыҡҡа ете тапҡыр «Ҡөрәйеш» сүрәһен уҡығыҙ.

*Бик арып китһәгеҙ: «Әғүҙүбилләһ», – тип зикер әйтегеҙ.

*Бөтә эштәрҙе тамамлағас, Аллаһы Тәғәлә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ

Хәҙистәрҙән сығып әҙерләнде.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: