Бөгөн республикабыҙҙа «Һөт кухняһы»ның 131 таратыу пункты, 59 мобиль тапшырыу пункты эшләп килә, 7 производство асылған.
Төп бурыс – таратыу һәм тапшырыу пункттары һанын арттырыу, хеҙмәт менән файҙаланыу процедураһын ябайлаштырыу, сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итеү.
- Радий Фәрит улы, һеҙҙең ҡушыуығыҙ буйынса СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һөт аҙыҡтары менән бушлай тәьмин ителә башланы. Был ярҙам сараһы булдырылғандан алып уның менән 450 ғаилә файҙаланды. 405 өс йәшкә тиклемге бала, 32 ауырлы ҡатын һәм 13 имеҙекле әсә.
2022 йылда дөйөм льготалы категорияға ҡараған 34 мең кеше «Һөт кухняһы» ризыҡтары менән тәьмин ителгән. Быйыл Белоретта балалар печеньеһы етештерелә башланы. Яңы продуктты таратыу пункттарына оҙата башланыҡ, - тип белдерҙе Гусев.