Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 17:45

Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!

Радий Хәбиров ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты.

Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!

— Илеш районы халҡы Үрге Йәркәйҙәге ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбен йүнәтеүҙе һораны. Бина 1973 йылда төҙөлгән, бында һуңғы тапҡыр 1996 йылда капиталь ремонт эшләнә.

Хәҙер барыһы ла яңы, ремонттан һуң — төрлө спорт төрҙәре өсөн яҡты иркен залдар, сисенеү бүлмәләре, яңы йыһаз, заманса тренажерҙар һәм ҡорамалдар. Коммуникациялары тулыһынса яңыртылды. Капиталь ремонт бер нисә ай ғына дауам итте. Сентябрҙә башланыҡ, аҙнаһына ете көн эшләнек.

Был спорт мәктәбендә 399 бала волейбол, футбол, гимнастика, шашка, шахмат, милли көрәш, тхэквондо һәм саңғы спорты кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнә.

Был беҙ 2022 йылда капиталь ремонт эшләткән берҙән-бер спорт бинаһы түгел. Шулай уҡ Өфөнөң 2-се Олимпия резервы мәктәбендә, Ишембайҙың ике спорт мәктәбендә, Октябрьский һәм Күмертау спорт учреждениеларында эштәр алып барыла. Беҙ мотлаҡ ошо йүнәлештә хәрәкәт итәсәкбеҙ, нимәне йүнәтергә кәрәклеген төҙөйәсәкбеҙ һәм эшләйәсәкбеҙ. Бөтә ил буйынса халыҡ спорт менән шөғөлләнә алырға, бының өсөн шарттар лайыҡлы булырға тейеш, — тине Радий Хәбиров.

Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Үрге Йәркәйҙәге Муса Гәрәев исемендәге спорт мәктәбе капиталь ремонттан асылды!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: