Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 17:45

«Мәктәп саңғы менән тәьмин итергә тейеш!»

Мәғариф министры уҡыусыға саңғыһы булмаған өсөн насар билдә ҡуйған уҡытыусыны тәнҡитләне.

«Мәктәп саңғы менән тәьмин итергә тейеш!»
«Мәктәп саңғы менән тәьмин итергә тейеш!»

Республика мәктәптәренең береһендә физик культура уҡытыусыһы балаға саңғыһы булмаған өсөн насар билдә ҡуйған. Был ваҡиға социаль селтәрҙә шаңдау тыуҙырҙы. Ата-әсәләр ошо хәлгә бәйле ризаһыҙлыҡ белдерҙе. 

Был мәсьәләгә ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә лә иғтибар бирҙеләр. Мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, мәктәптәрҙе саңғылар менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора.

- Мәсьәлә ауыр, әлбиттә. Уҡыу кәрәк-яраҡтары, дәреслектәр һатып алыу өсөн мәктәптәрҙең аҡсаһы етмәй. Ысынлап та, уҡытыусы дөрөҫ эшләмәгән, сөнки мәктәп балаларҙы саңғы менән тәьмин итергә тейеш. Әгәр баланың кәрәкле инвентары юҡ икән, дәрес спорт залында йә саф һауала үткәрелергә тейеш, әммә был физик әҙерлек кенә, - тине Айбулат Хажин. 

Андрей Назаров аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты: әгәр ата-әсәһе балаларға инвентарь һатып ала алмай икән, уларҙы мәжбүр итергә ярамай, был -мәктәптең бурысы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: