Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 12:00

Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы - Луиза Ҡаһарман ҡыҙы!

Бөгөн тыуған көнөн билдәләгән әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Баймаҡ районы китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшинаны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы - Луиза Ҡаһарман ҡыҙы!
Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы - Луиза Ҡаһарман ҡыҙы!

«Йәшлек»тәр һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләй! Шағир, райондашығыҙ Әхмәр Үтәбай әйткәнсә, киләсәктә лә халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы булып ҡалығыҙ, милләт мәнфәғәтенә арымай-талмай хеҙмәт итергә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға насип булһын! Һеҙ Баймаҡ районында баҫмабыҙҙы таратыуға, гәзитебеҙҙең Урал аръяғы райондары буйынса элекке үҙ хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтовтың хәтерен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индерҙегеҙ. Артабанда ла бергә, имен-һау эшләргә яҙһын!

Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы — Луиза Ҡаһарман ҡыҙы...

Яңы ғына институт тамамлап эшләп йөрөгән сағым. Бер төркөм ижади йәштәр Баймаҡ район китапханаһы мәҙәниәт йортонда ойошторған әҙәби-мәҙәни сарала ҡатнашабыҙ. Кисәне алып барыусы шундайын йылы, шундайын яғымлы, шундайын күңелгә яҡын, шундайын илаһи итеп һөйләй башлағайны, артыҡ тойғоға бирелеүҙән микән, йөрәгем бер мәлгә туҡтап ҡалғандай тойолдо ла, йыш-йыш тибә башланы. Урыҫтар бындай хәл-күренеште "сердце екнуло" тип атай. Был тойғо әле булһын ташлап китмәй мине, телефондан тауышы ишетелеүе була — йөрәк тауышымды ишетә башлайым!

Баймаҡ район китапханаһы менән артабанғы аралашыуыбыҙ ҙа ана шундай йөрәк тибештәре тулҡынында үтте. Теге саҡта мине һәм күптәрҙе һоҡландырыусы алып барыусы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина быйыл "Милләт әсәһе" тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Уның йоғонтоһонда рухи тәрбиә алған бер нисә быуын йәштәр күптән инде халыҡҡа әүерелгән икән, ул, ысынлап та, милләт әсәһе һәм бөгөн килеп, был исеме рәсми рәүештә раҫланды ғына.

Беҙ элек тә, хәҙер ҙә Баймаҡ тигәндә Луиза апайҙы, Луиза апай тигәндә Баймаҡты күҙ алдына килтерәбеҙ. Уның етәкселегендәге Баймаҡта ниндәй генә башланғыстарға нигеҙ һалынманы. Уларҙың бер нисәһе, ҡапыл иҫкә төшкәндәре генә: "Өләсәйҙәр" , "Пар балдаҡтар ", "Заман егете" , " Заман ҡыҙы", " Әсә булыу - үҙе бәхет" ," Йәш ғаиләләр" , "Аҡъегет менән Аҡйондоҙ" , " Олатай, атай, ейән" ," Өләсәй, әсәй, ейәнсәр", "Алтын ҡомартҡы" , "Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ ", " Иң яҡшы атай", "Атайсал тип янған йөрәктәр" конкурстары, саралары, клубтары һ.б. һ.б. Ул саҡта Баймаҡ китапханаһы көн һайын тиерлек район, төбәк, республика кимәлендә ниндәйҙер әҙәби-мәҙәни сара үткәрҙе. Баймаҡ китапханаһы ойошторған күп кенә саралар хәҙер республикабыҙ кимәлендәге күп кенә башланғыстар бисмиллаһы булып тора. Шуларҙың иң кәттәһе, моғайын да, ағинәйҙәр хәрәкәтелер. Әле күп кенә райондарҙа был һүҙҙең мәғәнәһен дә аңлаусылар булмағанда, Баймаҡ өләсәйҙәре, инәйҙәре, әсәйҙәре, апайҙары "Өләсәйҙәр" ҡорона тупланды, һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙа оло хәрәкәт барлыҡҡа килде.

"Йәшен йәшнәй тәүҙә, ә күкрәүе ишетелә бары һуңынан" тип яҙған халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғарипов. Луиза Ҡаһарман ҡыҙына ошондай юғары исем бирелеүен уның халҡына хеҙмәт итеп йәшендәй йәшнәп үткәргән хеҙмәт йылдарының күкрәүе итеп тә ҡабул итәбеҙ. Баймаҡта үткән бер әҙәби сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Луиза апай тураһында "Луиза халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙы, юҡҡа ғына атаһының исеме лә Ҡаһарман түгел" тип әйткәйне. Халҡыбыҙҙың ҡаһарман ҡыҙын башҡорт ҡатын-ҡыҙы өсөн иң юғары "Милләт әсәһе" исеменә лайыҡ булыуы менән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы теләйем!


Әхмәр Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 609-сы күҙәтеү.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: