Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 16:08

Башҡортостанда 68 айтишник льготалы ипотека алған

Дөйөм 65 кредит 424 миллион һум суммаһына.

Башҡортостанда 68 айтишник льготалы ипотека алған
Башҡортостанда 68 айтишник льготалы ипотека алған

Башҡортостанда 68 айти-белгес льготалы ипотека буйынса фатир алған. 2022 йылда дөйөм 424 миллион һумға 65 кредит бирелгән, тағы ла өсәү 32,62 миллион һум быйыл ғинуарҙа төҙөлгән.

Был программа буйынса максималь ставка 5 процент тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәте «ДОМ.РФ» акционер йәмғиәте менән килешеү төҙөгән, уға ярашлы, ставка 4 процентҡа тиклем кәметеләсәк. Әлегә документтар әҙерләнә.

Шулай уҡ ил Хөкүмәте лә айтишниктар өсөн ярҙам сараларын киңәйтә. Яҡынса 20 мең белгескә ошондай ипотеканы биреү күҙаллана. Һуңғы өс йылда программа 50 мең кешегә йәшәү шарттарын яҡшыртырға ярҙам иткән. Ипотеканы 18 миллион һумға тиклем алырға мөмкин. Быйылғы шарттар менән ғаризалар 7 февралдә ҡабул ителә башлаясаҡ. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: