Белем усаҡтарының ҡыйыҡтары һәм япмалары яңыртылған, кабинеттар һәм спорт залдары тәртипкә килтерелгән. Быға 3,5 млрд һум аҡса бүленгән. Уларҙың 2,9 млрд һумы – федераль бюджеттан, 600 млн һумы – республика бюджетынан.
2023 йылда был программаға 77 мәктәп эләгә, уларҙы яңыртыуға 4,3 млдр һум аҡса талап ителә. Уларҙың 3,6 млрд һумы – федераль бюджеттан, 700 млн һумы – республика бюджетынан.
– Сумма ҙур, республика миллиардтар килә. Ғаризалар ҡабул ителде, ремонт талап иткән объекттар һайланды. Сроктар билдәләнде. Хәҙер муниципаль контракттар төҙөлә. Бөтә балалар ҙа яҡты, таҙа мәктәптәрҙә белем алырға тейеш, - ти БР мәғариф министры Айбулат Хажин.