Әлеге йылылыҡ бөркөлөп торған фотоһүрәт Өфөлә төшөрөлгән. Госпиталдән сығып Әбйәлилгә ҡайтып барған һалдат һәм уның яҡын туғандары. Ирмәк Ҡарағужин һәр кемдең яурынына затлы Ырымбур шәлен һалған. Апалы-ҡустылылар фотоға ла төшкән. "Әбйәлил" гәзите хәбәр итеүенсә, яугир ялдан һуң кире хәрби гарнизонға юлланған саҡта вафат була.
Хеҙмәттәшебеҙ, "Йәншишмә" гәзите хеҙмәткәре Гөлфирә Ҡарағужинаның ҡустыһы Ирмәк Салауат улы Ҡарағужин вафат булыуы сәбәпле, уның һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
- Ҡәҙерле Салауат апамдың һәм Талибә инәйемдең иң кесе, һигеҙенсе улы Ирмәк киң күңелле һәм изгелекле кеше булды. Мине шуныһы ғәжәпләндерҙе, ул СВО-нан һуң госпиталдән яралы килеш ҡайтып килһә лә барыбыҙға ла бик күп бүләк тейәп ҡайтып төштө. Ул шундай ине - хәстәрлекле, үҙенән бигерәк кешеләрҙе нығыраҡ ҡайғырта ине. Беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ ошо булды. Ул саҡта ҡустым беҙҙең менән мәңгелеккә хушлашты. Әммә уның йылыһы, Ырымбур шәле кеүек, беҙең янда тороп ҡалды. Рәхмәт һиңә, ҡустым, - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә мәрхүмдең Зөлфирә исемле апаhы.